Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин фарманына ярашлы, ҡалала парктар, скверҙар һәм аллеялар ябылды. Улар ҡасан яңынан балаларҙың шат тауыштарына күмелер, ҡасан ҡәҙимге тормошҡа ҡайтырбыҙ – был әлеге мәлдә өйҙә генә ултырыуыбыҙҙан, һаҡлыҡ сараларын ҡәтғи күҙәтеүебеҙҙән тора.