+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2020, 17:40

Коронавирус менән сирләүсе һылыу һауыҡҡан

Коронавирус буйынса бөгөнгө брифингта был сирҙән һауыҡҡан тәүге кешенең дауахананан сығыуы хаҡында әйттеләр.

Коронавирус буйынса бөгөнгө брифингта был сирҙән һауыҡҡан тәүге кешенең дауахананан сығыуы хаҡында әйттеләр.
Матур хәбәрҙән кәйефтәр күтәрелеп китте. Европанан сирләп ҡайтҡан Дүртөйлө һылыуы 21 марттан бирле инфекция дауаханаһында ята ине. Хәҙер ул тулыһынса сәләмәт, тирә-яҡтағыларға вирус йоҡторор, тип ҡурҡырға түгел. Уның менән бергә дауаланыусы апаһы ла, ҡалған ауырыуҙар ҙа шулай тиҙ һауыҡһын, өҙлөкмәһен, тип теләйбеҙ!
Бөгөнгө көндә Өфөнөң инфекция дауаханаһында коронавирус менән сирләүсе ете кеше ята. Тәүлек эсендә ике ауырыу өҫтәлгән. Франциянан ауырып ҡайтҡан студенттан сир һеңлеһенә лә йоҡҡан.
Республика дауаханаларында коронавирусҡа шик булған 107 кешенең сәләмәтлеге тикшерелә, уларҙың 18-е – балалар.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: