+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2020, 10:00

Ике президент телефон аша һөйләште

Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин менән АҠШ Президенты Дональд Трамп телефондан һөйләште. Кремлдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ике ил етәксеһе коронавирустың донъя йөҙөнә йылдам таралыуына бәйле борсолоу белдергән, уны сикләү саралары тураһында фекер алышҡан.

Һөйләшеү барышында шулай уҡ башҡа мәсьәләләр ҙә күтәрелгән. Атап әйткәндә, нефть хаҡының самаһыҙ түбән төшөүе Рәсәй һәм АҠШ өсөн файҙаға түгел икәне билдәләнгән.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, бөгөнгө көндә Америкала 164,2 мең кеше Covid-19 вирусын йоҡторған. 3164 ауырыу үлгән. Сирлеләр һаны буйынса был ил Ҡытайҙы үтеп киткән. Хәлдең үтә лә киҫкен булыуын иҫәпкә алып, Рәсәй АҠШ-ҡа ярҙам ҡулы һуҙған – махсус медицина ҡорамалдары, кәрәкле әйберҙәр менән самолет оҙатҡан.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: