+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2020, 14:05

Иғтибар: тулы карантинға күсәбеҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала тулы карантин режимын индереү хаҡында хәбәр итте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала тулы карантин режимын индереү хаҡында хәбәр итте.
Быға тиклем ошондай уҡ саралар Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһендә ҡабул ителгән. Унда сиреләләр һаны арта бара. Бының өсөн республика хөкүмәтенә һәм район башлыҡтарына ресурстар әҙерләү бурысы йөкмәтелгән.
–Төбәктә вирустың тағы ике осрағы теркәлде. Франциянан ҡайтҡан студент үҙенең туғанына йоҡторған. Уларҙың һаулығына ҡурҡыныс янамаһа ла, эскперттарҙың фекеренсә, сирлеләр һаны ҡапыл күбәйеүеп китеүе ихтимал,– тип яҙа Радий Хәбиров.
Рәсәй хөкүмәтенең тәҡдиме буйынса, бөгөн 20 сәғәттән тулы карантин хаҡында Республика Башлығының Указы үҙ көсөнә инә.
Был беҙгә ауыр эҙемтәләрҙән ҡотолорға ярҙам итәсәк, тип аңлата республика етәксеһе. Указға ярашлы, кәрәкмәгән осраҡта өйҙән сығыу ҡәтғи тыйылған.
Ә сығыу өсөн етди сәбәптәр:
-медицина ярҙамына мохтажлыҡ;
- эшкә мотлаҡ барыу осрағы;
-өй хайуандарын тышҡа алып сығыу;
- сүп-сар түгеү;
- аҙыҡ-түлек, дарыу алыу өсөн магазинға, дарыуханаға барыу.
Фото "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: