+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Март 2020, 10:10

Экспортерҙар белем алыуҙан туҡтамай

Рәсәй экспорт үҙәгенең экспорт мәктәбе Башҡортостанда экспорт предприятиелары өсөн акселерацион белем биреү программаларын тормошҡа ашырыуҙы дауам итә, тип белдерәләр Башҡортостан Республикаһы тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында.

Рәсәй экспорт үҙәгенең экспорт мәктәбе Башҡортостанда экспорт предприятиелары өсөн акселерацион белем биреү программаларын тормошҡа ашырыуҙы дауам итә, тип белдерәләр Башҡортостан Республикаһы тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында.
Бындай килешеү БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Лена Изотова менән Рәсәй экспорт үҙәге экспорт мәктәбенең маркетинг буйынса директоры Артур Лященконың осрашыуы барышында өлгәшелде. Осрашыуҙа республикала “Экспорт форсажы” акселерацион программаһын тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһалды.
“Экспорт форсажы” Башҡортостанда үткән йылдың декабрендә старт алды. Был ваҡыт эсендә республикала 10 компания тышҡы баҙарҙарҙа уңышлы сауҙа итеү өсөн белем һәм оҫталыҡ тупланы. Программаның төп маҡсаты – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларын етеҙ экспортҡа сығарыу. “Экспорт форсажы” буйынса белем алыу түләүһеҙ.
Осрашыу мәлендә шулай уҡ Башҡортостанда экспортҡа йүнәлеш алған компаниялар өсөн экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге нигеҙендә башҡа белем биреү курстары үткәреү мәсьәләләре лә ҡаралды.
Әлеге мәлдә республикала 911 экспорт компанияһы иҫәпләнә, уларҙың 730-ы – бәләкәй һәм урта предприятиелар.
“Экспорт форсажы” программаһы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” һәм “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекттары сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: