Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын лайыҡлы ҡаршылауға мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, ижади коллективтар шаҡтай ҙур өлөш индерә. Быйыл республиканың театрҙары репертуарында һуғыш темаһы айырым урын алып тора.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры татар яҙыусыһы Ғәҙел Ҡотойҙоң «Рөстәмдең мажаралары» фантастик повесы буйынса «Рөстәмдең сере» спектаклен сәхнәләштерҙе.
Спектакль өҫтөндә илебеҙҙең төрлө театрҙарында 300-ҙән ашыу спектаклде һәм шоуҙы биҙәгән яҡтылыҡ рәссамы Евгений Ганзбург (Санкт-Петербург), «Алтын битлек» лауреаты, Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш рәссамы Альберт Нестеров, композитор Илшат Яхин, хореограф Алина Мостаева эшләне. Әҫәр буйынса инсценировка авторы – драматург Светлана Баженова. Йәш актриса Зилиә Хәлилова бер юлы ике ролде – совет малайы Рөстәмде һәм немец ҡыҙы Мартаны бик оҫта башҡарҙы, тип яҙып сыҡты яңы сәхнә әҫәренә байҡау яһап, “Башинформ” агентлығы хәбәрсеһе Ләйлә Аралбаева.
Борис Васильевтың данлыҡлы «Ә таңдар бында тыныс» повесы буйынса Салауат башҡорт дәүләт драма театры ҡарамағындағы студия спектакль ҡуйҙы.