+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2020, 09:30

Президенттың эш режимы элеккесә

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың эш режимы элеккесә, тип белдерҙе уның матбуғат секретары Дмитрий Песков "Россия 1" телеканалында барған "Москва. Кремль. Путин" программаһында. Ил етәксеһе менән осрашыуға килгән һәр кем коронавирусҡа тест бирә икән.

Шулай уҡ Владимир Путин ҡатнашлығындағы саралар ҡыҫҡартылған. Уның менән туранан-тура, эргә-тирәһендә эшләгән хеҙмәткәрҙәр ҙа вирусҡа тикшерелә.
Кисәге көнгә ҡарата һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙә COVID-19 менән сирләүселәр һаны 1534 кеше етте. Улар 65 төбәктә теркәлгән. Башҡортостанда ауырыуҙар һаны – 5.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: