+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2020, 13:21

Кемдәр карантин режимын боҙа

Башҡортостанда сит илдән ҡайтҡан меңдән ашыу кеше карантин режимын боҙған. Уларҙан 900 кеше – Өфөнән.

Башҡортостанда сит илдән ҡайтҡан меңдән ашыу кеше карантин режимын боҙған. Уларҙан 900 кеше – Өфөнән.
Был хаҡта хөкүмәт вице-премьеры, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе. Етәксенең билдәләүенсә, әле мобиль төркөм 8 мең адреста булған.
Мәғлүм булыуынса, сит илдән ҡатйҡандар 14 көнгә ябыҡ карантинға китергә тейешле. Уны боҙған кешеләргә ҙур күләмдә штраф йә башҡа ҡәтғи саралар ҡабул ителә. Мәҫәлән, Көйөрғәҙе районының Ермолаево ауыл биләмәһе башлығы, сит илдән ҡайтҡанын йәшереп эшкә сыҡҡаны өсөн хеҙмәт урынынан бушатылыуы ихтимал.
Ленара Иванова әйтеүенсә, республикала был йәһәттән ыңғай динамика күҙәтелә. Өйҙә ҡалыусылар проценты артҡандан-арта бара: "Сит илдән ҡайтҡандарҙың 45 проценты карантин режимын теүәл үтәй”, - тигән министр үҙенең сәхифәһендә.
Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында өҫтәмә ҡыҙыу телефон линияһы эшләй. Барлыҡ һорауҙарҙы шунда йүнәлтергә мөмкин.
8(347)218-07-25, 218-06-47, 280-88-17
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: