-19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2020, 13:08

Иммунитетың көсһөҙ икән, әлегә өйҙә ултыр

Иммунитеты ҡаҡшаған бөтә кешеләргә әлеге мәлдә өйҙә генә ултырырға кәрәк.

Иммунитеты ҡаҡшаған бөтә кешеләргә әлеге мәлдә өйҙә генә ултырырға кәрәк.
Башҡортостан Башлығының коронавирус таралыу хәүефе менән бәйле “Юғары әҙерлек” режимы хаҡындағы Указына үҙгәрештәр индерелде. Уларға ярашлы, сит илдән ҡайтыусыларҙан һәм 65 йәштән өлкәндәрҙән тыш, ҡан әйләнеше системаһы, эндокрин, бәүел-енес, һулыш ағзалары ауырыуҙарынан, яман шеш сирҙәренән яфаланыусылар һәм күсереп ултыртылған ағзалары булған кешеләр ҙә изоляция режимын күҙәтергә тейеш.
Ғөмүмән, иммунитеты ҡаҡшаған бөтә кешеләргә әлеге мәлдә өйҙә генә ултырырға кәрәк. Үҙебеҙҙе, бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ!
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: