+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2020, 20:55

Генерал Миңлеғәле Шайморатов – Рәсәй Геройы

Рәсәй Президенты Владимир Путин легендар комдив, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы тигән юғары исем биреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин легендар комдив, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы тигән юғары исем биреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Был республикабыҙ йәмәғәтселеге өсөн һуңғы көндәрҙәге иң шәп яңылыҡ.
–Бөгөн тарихи дөрөҫлөк тантана итте, – тип яҙҙы был турала үҙенең сәхифәһендә Республика Башлығы Радий Хәбиров. – Мин, ысынлап та, ошо хаҡта хыялландым. Әле 1958 йылда Семен Буденный исем биреүҙе һорап яҙа. Үтенес төрлө ҡәтғи нормативтар аша үтә алмай, туҡтап ҡала.
Беҙ легендар шәхес хаҡында бала ваҡыттан беләбеҙ, уның исеме һәр ваҡыт хәтеребеҙҙә. СССР тарихында ни бары ике хәрби бүлексә генә генерал Шайморатов дивизияһы хәтле Советтар Союзы Геройы биргән. Генералдың ҡаһарманлығы ошо көндәргә тиклем лайыҡлы баһаланмаған ине. Дәүләт башлығы бер нисә быуын республика халҡының үтенесен хупланы һәм ҡарар ҡабул итте. Шайморатов үлгәндән һуң Герой йондоҙо менән бүләкләнде. Был ваҡиғаның илебеҙ өсөн еңел булмаған көндәрҙә булыуы, данлы тарихыбыҙға тағы бер ҡабат күҙ һалыу һәм уның тирәләй берләшеү символы ул, тип яҙа Радий Хәбиров.
Республика башлығының сәхифәһенән һуң, кешеләр, бер-береһен оло байрам менән ҡотлап, йылы һүҙҙәр яҙа. Унда шундай юлдар бар, ниһайәт, ғәҙеллек тантана итте, Герой үҙенең лайыҡлы баһаһын алды. Генерал Шайморатовҡа исем биреүҙә республика башлығының йоғонтоһо ҙур булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алдылар.
Легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында доньяға килгән. Уның бер нисә тел белеүе, сит илдәрҙә ил хөкүмәтенең хәрби советнигы вазифаһын биләүе генералдың юғары белемле, бик ҙур шәхес булыуы хаҡында һөйләй.
Украина өсөн барған ҡаты алыштарҙа батырҙарса һәләк була. Дивизиянан 78 Советтар Союзы Геройы сыҡһа ла, генералды тыуған яғында халыҡ геройы тиһәләр ҙә, рәсми юғары исеме юҡ ине. Республика йәмәғәтселеге бер нисә йыл рәттән Владимир Путинға мөрәжәғәт яһаны, ҡултамғалар йыйҙы. Ниһайәт, Миңлеғәле Шайморатовтың батырлығын Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ тип танынылар.
Фото "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан алынды
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: