+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2020, 13:07

Белорет районында – ҡыуаныслы ваҡиға

Белорет районында бер юлы ике балалар баҡсаһы асылды. Инйәр һәм Абҙаҡ ауылдарында эшләй башлаған учреждениеларҙың һәр береһе 140 балаға иҫәпләнгән.

Белорет районында бер юлы ике балалар баҡсаһы асылды. Инйәр һәм Абҙаҡ ауылдарында эшләй башлаған учреждениеларҙың һәр береһе 140 балаға иҫәпләнгән. Баҡсалар “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлгән.
Абҙаҡ ауылында быға тиклем балалар баҡсаһы бөтөнләй булмаған. Яңы баҡсаға йәш ярымдан алып 6,5 йәшкә тиклем 141 бала яҙылған да инде. Хәҙер өс йәштән алып ете йәшкә тиклем балалар араһында сират юҡ. Объекттың дөйөм майҙаны – 1969 кв.метр.
Инйәр ауылында быға тиклем 2 мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн учреждение булыуға ҡарамаҫтан, 150 бала сиратта торған. Дөйөм майҙаны ике мең квадрат метрҙан ашыу булған яңы балалар баҡсаһы был сиратты юҡҡа сығарған.
Балалар баҡсалары икешәр ҡатлы. Унда төркөмдәр өсөн бүлмәләр, аш-һыу блогы, медицина пункты, музыка һәм спорт залдары, кәрәк-яраҡ өсөн бүлмә, методика кабинеты, логопед, коррекцион-үҫтереү күнекмәләре өсөн бүлмәләр ҡаралған.
Белорет районы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Андрей Иванюта әйтеүенсә, ике яңы балалар баҡсаһының асылыуы – муниципалитет өсөн мөһим һәм көтөлгән ваҡиға.
– Был объекттарҙы тапшырыу менән беҙҙә 34 яңы эш урыны булдырылды. Педагогик коллективты ауыл өсөн яңы профиль белгестәре тултырҙы – логопед һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн физик культура буйынса инструктор барлыҡҡа килде. Инйәр һәм Абҙаҡ ауылдарында йәшәүселәрҙе ихлас ҡотлайым, – тине ул.
Фото БР төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: