-19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2020, 14:32

Бала табыу йорто ла йоғошло сирҙәр өсөн ҡулайлаштырыла

Өфөлә бер бала табыу йорто коронавирус йоҡторған йөклө ҡатындарҙы ҡабул итәсәк.

Өфөлә бер бала табыу йорто коронавирус йоҡторған йөклө ҡатындарҙы ҡабул итәсәк.
Дим биҫтәһенең 3-сө бала табыу йорто йоғошло сирҙәр бүлексәһе итеп ҡулайлаштырыла. Ул вирус йоҡторған йә бәйләнештә булған йөклө, шулай уҡ гинекология сирле ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡабул итәсәк.
Бала табыу йорто йома көнө үк ябылған, унда ҡайтанан ҡороу эше башланған. Учреждение өс бүлектән тора. Уның тәүгеһе йөклө, икенсеһе гинекология сире булған ҡатын-ҡыҙҙарға һәм өсөнсөһө хәүеф төркөмөнә ингән категорияға иҫәпләнгән.
Бала табыу йортоноң хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, тәүге ике аҙнала ҡатын=ҡыҙҙарҙы бер табиптар төркөмө ҡараясаҡ, унан һуң улар карантинға оҙатыла. Ашнаҡсылар һәм иҙән йыйыусылар ҙа ошондай уҡ режимда эшләйәсәк. Учреждениенан алынған мәғлүмәттәр буйынса, дауахана 1 апрелдән үк яңы шаттарҙа эш башлай.
Фото "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: