Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Март 2020, 19:55

Һабантуйҙар ҙа булмаҫ, ахыры

Бөгөн Республика Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙам мәсьәләһе буйынса онлайн-брифинг үткәрҙе. Ағымдағы йылда тармаҡҡа туранан-тура дәүләт ярҙамы 9,613 млрд һум тәшкил итәсәк, тине ул.

Ауыл хужалығына, ауыл тормошона ҡағылып, Илшат Фазрахманов, коронавирус инфекцияһы таралған шарттарҙа республикала һабантуйҙар быйыл, моғайын, үткәрелмәҫ, тип билдәләне. Сөнки халыҡта популяр байрамға кешеләр күпләп йыйыла, һәм был бөгөнгө хәлдә бик үк килешеп еткән эш түгел.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: