+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Март 2020, 22:40

Укыу йылы нисек тамамлана?

Вирус таралыуға бәйле Рәсәйҙең мәғариф министрлығы уҡыу йылы ваҡытынан алда тамамлана икән, тигән хәбәрҙе кире ҡаҡты.

Вирус таралыуға бәйле Рәсәйҙең мәғариф министрлығы уҡыу йылы ваҡытынан алда тамамлана икән, тигән хәбәрҙе кире ҡаҡты.
Һуңғы арала ошондай имеш-мимештәр социаль селтәрҙәрҙә таралды. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ундай ҡарар ҡабул ителмәгән.
Шуға күрә рәсми сығынаҡтарҙың мәғлүмәтенә генә таяныу фарыз, ти белгестәр. Был иһә тәү сиратта Мәғариф министрлығының рәсми сайты. Унда мәғлүмәт даими яңыртылып тора. Барлыҡ яңылыҡ онлайн-режимда баҫыла, рәсми аккаунттар һәм киң мәғлүмәт саралары аша ғына таратыла.
Билдәле булыуынса, апрель башынан республика мәктәптәрендә дистацион белем биреү башлана. Әле педагогтар ситтән тороп уҡытыу программаларын әҙерләй. Был тәртип өҫтәмә белем биреү учреждениеларына ла ҡағыла. Балалар өсөн мөмкин тиклем түңәрәктәр ҙә дистацион эшләргә тейеш.

Фото ”Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан алынды.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: