-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Март 2020, 21:43

Тағы бер ауырыу асыҡланған

Ошоғаса Башҡортостанда коронавирус йоҡторған дүрт кеше иҫәпләнһә, бөгөн тағы бер ауырыу асыҡланған.

Ошоғаса Башҡортостанда коронавирус йоҡторған дүрт кеше иҫәпләнһә, бөгөн тағы бер ауырыу асыҡланған.
Ул 15 мартта Франциянан ҡайтҡан булған. Тәүҙә үҙ аллы карантинға киткән, ә бөгөн инфекция дауаханаһының бокс бүлегенә һалғандар. Был турала БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында бөгөнгө брифингта хәбәр иттеләр. Уның хәле лә, ҡалған дүрт ауырыуҙыҡы ла ҡәнәғәтләнерлек. Улар айырым бокстарҙа дауалана, махсус һулыш алыу ҡорамалдарын файҙаланмайҙар, йәғни үҙҙәре тын ала.
Бынан тыш, коронавирусҡа шик булған 97 кешенең, шул иҫәптән 16 баланың һаулығы күҙәтелә.
Рәсәйҙә иһә әлеге мәлдә COVID-19 менән сирләүселәр -1264, тәүлек эсендә улар 228-гә артҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: