+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Март 2020, 21:49

Бөтә дауаханалар ҙа эшләй

Коронавирус арҡаһында тыуған бөгөнгө хәлдә бөтә дауаханалар ҙа эшләрме икән, тип борсолоусылар барҙыр.

Коронавирус арҡаһында тыуған бөгөнгө хәлдә бөтә дауаханалар ҙа эшләрме икән, тип борсолоусылар барҙыр.
Республикала бөтә медицина ойошмалары, шул иҫәптән уларҙың техник хеҙмәттәре лә эшләй, тип аныҡлап яҙа Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Планлаштырылған операциялар күсерелмәй. Ләкин кеше алдағы ике аҙнала сит илдә булһа, йәки сит илдән ҡайтыусылар менән аралашһа, операцияны кисектереү хаҡындағы мәсьәлә ҡаралыуы мөмкин.
Үҙ аллы изоляцияға киткән кешеләр ашығыс медицина ярҙамы саҡырта икән, ул билдәләнгән нормативтарға ярашлы, йәғни ике сәғәт эсендә килеп етәсәк.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: