-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Март 2020, 10:40

Техник түңәрәктәр һаны арта

БР Хөкүмәте ҡарары менән “Башҡортостан Республикаһында мәғариф үҫеше” дәүләт программаһына үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, Башҡортостанда балалар өсөн техник түңәрәктәрҙең һаны артасаҡ.

БР Хөкүмәте ҡарары менән “Башҡортостан Республикаһында мәғариф үҫеше” дәүләт программаһына үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, Башҡортостанда балалар өсөн техник түңәрәктәрҙең һаны артасаҡ.
Был саралар “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” төбәк программаһы сиктәрендә башҡарыла.
Өҫтәмә белем биреү өсөн яңы урындар булдырыуға ҡала һәм райондарға субсидиялар биреләсәк. Уҡыусыларҙың техник түңәрәктәргә ҡыҙыҡһыныуының юғары булыуын иҫәпкә алып, аҡсаның яртыһын ғәмәли инженер-техник йүнәлештәрҙе үҫтереүгә һалырға ниәтләйҙәр.
Проект ике йыл дауамында тормошҡа ашырыласаҡ. Балалар өсөн яңы урындар булдырыуға 29,9 миллион һум аҡса бүленәсәк. Уларҙың 29,3 миллион һумы – федераль, 599 меңе республика ҡаҙнаһынан алынасаҡ. 2021 йылда субсидия 75,9 миллион һум тәшкил итәсәк. 1,5 миллион һум – республика, 74,4 миллион һум федераль бюджеттан тотоноласаҡ.
Проект уҡыусыларға өҫтәмә белем биреү өсөн 16 мең яңы урын булдырырға булышлыҡ итәсәк. Быйыл – 4,5 мең, киләһе йыл 11,7 мең урын барлыҡҡа киләсәк.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: