Коронавирусҡа ҡаршы алғы һыҙыҡта көрәшеүсе аҡ халатлыларҙың хеҙмәтенә өҫтәмә түләүҙәр буласаҡ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, ай һайын табиптарға - 25 мең, шәфҡәт туташтарына – 15 мең, санитарҙарға 5 мең һум өҫтәп түләнәсәк.
Шулай уҡ коронавирус йоҡтороу ихтималлығы булған кешеләргә ярҙам күрһәтеүсе медицина хеҙмәткәрҙәренә лә өҫтәмә ҡаралған: табиптарға ул – 5 мең, урта медицина персоналына – 2,5 мең һум тәшкил итә.