+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Март 2020, 10:40

Кино залдары яңыра

Кино фонды 2020 йылда кинозалдарҙы яңыртыуҙа ярҙам алыу өсөн ғаризалар ҡабул итә.

Кино фонды 2020 йылда кинозалдарҙы яңыртыуҙа ярҙам алыу өсөн ғаризалар ҡабул итә.
Конкурста 500 кешенән кәм халыҡ йәшәгән ерҙәрҙә кино күрһәтеүсе ойошмалар ҡатнаша ала. Кинозалдарҙы заманса цифрлаштырылған ҡоролмалар менән тәьмин итеү өсөн субсидия федераль бюджеттан бирелә.
Ғаризалар 19 марттан 30 апрелгә тиклем ҡабул ителә.
Субсидия бүленеүҙең мотлаҡ шарттары бар. Уға ярашлы, ойошмалар яңы кино күрһәтеү ҡоролмаларын 2020 йылдың 31 декабренә тиклем ҡороп, түләүле кино күрһәтә башларға, кинозалдарҙа фильмдар күрһәтеү тураһында Дөйөм федераль автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһына (ЕАИС) хәбәр итергә тейеш. Шулай уҡ биш йыл дауамында һәр ярты йыл һайын күрһәтелгән милли фильмдарҙың өлөшө 50 проценттан кәм булмауы мотлаҡ. Һәр ярты йыл эсендә 100 көн даими рәүештә кино күрһәтелергә тейеш.
Сара “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Үткән йылда конкурс һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостандан 10 кинозал еңеүсе булды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: