+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Март 2020, 13:56

Үҙәк һайлау комиссияһы яңы ҡарарҙар ҡабул итте

Президент Владимир Путиндың бөтә Рәсәй тауыш биреү көнөн билдәһеҙ ваҡытҡа күсереүе сәбәпле, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ошо датаға бәйле элек ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы ғәмәлдән сығарҙы.

Президент Владимир Путиндың бөтә Рәсәй тауыш биреү көнөн билдәһеҙ ваҡытҡа күсереүе сәбәпле, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ошо датаға бәйле элек ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы ғәмәлдән сығарҙы.
Башлыса, Конституцияға индереләсәк үҙгәрештәр буйынса граждандарҙан һорауҙар ҡабул итеүсе “ҡыҙыу линия”ның эше туҡтатылған. Бынан тыш йәшәү урынында тауыш биреү өсөн, мобиль һайлаусыларҙан ғариза ҡабул итеү, участка һайлау комиссияларының эше лә билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелгән.
Яңы ҡарарҙар ил Конституцияһына үҙгәрештәрҙе хуплау буйынса бөтә Рәсәй тауыш биреүҙәрҙең аныҡ датаһы билдәләнгәнгә тиклем үҙ көсөндә ҡала.
Фото Үҙәк һайлау комиссияһы сайтынан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: