+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Март 2020, 10:25

Балалар өсөн пособие билдәләү ябайлаша

Рәсәй Президенты Владимир Путин күп балалы ғаиләләргә тәғәйен социаль түләүҙәрҙе алыу процедураһын ябайлаштырыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Документ социаль хеҙмәттәргә граждандарҙың килеме тураһында мәғлүмәтте һалым органдарынан туранан-тура алыу хоҡуғын бирә.

Билдәле булыуынса, ил етәксеһе үҙенең Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә 2020 йылдың 1 ғинуарынан өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға ай һайын бирелә торған түләүҙәр индерелеүе хаҡында белдергәйне. Пособие ғаилә килеме йән аҫырау өсөн бер кешегә иң түбән сығымдар кимәленән аҙ булған осраҡта билдәләнә. Яңы закон уны түләй башлауҙы ябайлаштыра һәм граждандар өсөн ҡулай тәртип булдыра.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: