Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы байрамы алдынан Алыҫ Көнсығыштан Еңеү ҡоралы ҡойған Уралға табан «Еңеү эшелоны» сыға. Акция 24 апрелдә Иркутск ҡалаһында башлана. Артабан маршрут, Красноярск — Новосибирск — Омск — Төмән — Силәбе — Өфө — Һамар — Пенза — Саранск — Ҡазан — Ижевск — Пермь ҡалалары аша үтеп, 8 майҙа Екатеринбургта тамамлана.
Өфөгә эшелон 1 майҙа иртәнге 10: 10 сәғәттә килеп етергә, 5 сәғәт 52 минут торғандан һуң, 16:02 сәғәттә артабанғы юлға ҡуҙғалырға тейеш.
Хәрби эшелон составында 18 вагон: 4 – пассажир, 4 – багаж, хәрби техниканың тарихи өлгөләре өсөн 6 платформа, платформа-сәхнә, музей һәм медицина тәьминәте өсөн 2 ябыҡ вагон, вагон-ресторан.