+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2020, 10:50

Йома намаҙҙарына ваҡытлыса сикләү индерелде

19 мартта үткән Башҡортостан Диниә Назараты руханиҙары кәңәшмәһе коронавирус һалыуына бәйле йома намаҙын үткәреүгә үҙгәрештәр индерҙе. 100 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалаларҙағы мәсеттәрҙә йома намаҙҙары үткәрелмәй, тип әйтелә ҡабул ителгән ҡарарҙа.

Йома намаҙына даими йөрөгән һәм әлеге кисерерлек сәбәптәр арҡаһында мәсеткә килә алмаған диндарҙарға юғалтылған Аллаһы Тәғәлә бүләге өсөн борсолорға кәрәкмәй. Йома намаҙы урынына өйлә намаҙын эш урындарында, өйҙә уҡырға кәрәк, тиелә унда.
Шулай уҡ сирле мосолмандарҙың өйҙә ҡалыуҙарын, тыныслыҡ һаҡлауҙарын, паникаға бирелмәүҙәрен һәм ғәйбәт таратмауҙарын, йыназа намаҙына күпләп йыйылмаҫҡа тәҡдим ителә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: