-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2020, 18:33

Ял артыҡ буламы?

Илдең төп законына үҙгәрештәр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙәр көнө икенсе ваҡытҡа күсерелеү сәбәпле, 22 апрель эш көнө тип иҫәпләнә.

Илдең төп законына үҙгәрештәр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙәр көнө икенсе ваҡытҡа күсерелеү сәбәпле, 22 апрель эш көнө тип иҫәпләнә.
Бынан тыш, Президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса киләһе аҙнаны Рәсәй халҡы карантинда уҙғарасаҡ. Федерация Советынан белдереүҙәренсә, алдан күҙалланмаған ялдар май байрамдары һәм яңы йыл каникулдарында сағылмаясаҡ.
Башҡа илдәр менән сағыштырғанда Рәсәй - иң күп ял иткән дәүләттәрҙең береһе. Шул уҡ ваҡытта ил граждандары башҡалалар фонында күберәк хеҙмәт итә. Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһының докладына ярашлы, Рәсәйҙән тыш, тик Мексика, Коста-Рика, Коньяҡ Корея һәм Греция халҡы ғына күп эшләй. Әммә, илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең түбән булыуы арҡаһында эштең һөҙөмтәлелеге юҡ, ти белгестәр. Рәсәй был күрһәткестәр буйынса Чили һәм Польшанан ҡала 34 урында тора.
Фото "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: