Кисә Президент Владимир Путин коронавирус һалыуына бәйле Рәсәй халҡына мөрәжәғәт итте. Ул ҡурҡыныс инфекцияның таралыуына ҡаршы күрелгән саралар тураһында һөйләне, Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү көнөнөң башҡа ваҡытҡа күсерелеүен иғлан итте, ил иҡтисадына, ҡайһы бер граждандар категорияһына дәүләт ярҙамы бүленеүен әйтте.
Мөһим сараларҙың береһе – киләһе аҙнаның Рәсәйҙә ял тип иғлан ителеүе. Ул 28 марттан 5 апрелгә тиклем билдәләнде, эш хаҡы тулы кимәлдә һаҡлана. Ял һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә, сауҙа тармағына, дәүләт власы органдарына, көнкүреш тәьминәте хеҙмәттәренә ҡағылмай.
Ауырыу сәбәпле ваҡытлыса эшләй алмағандарға (больничный өсөн) түләү бер МРОТ-тан да (12130 һум) кәм булмаҫҡа тейеш. Ипотека һәм кредит түләүселәрҙең килеме 30 проценттан кәмегән осраҡта, каникулдар биреү һәм штраф санкциялары ҡулланмау, эшһеҙлек буйынса пособиены 8000 һумдан 12130 һумға тиклем арттырыу, өс йәшкә тиклем балаһы булған ғаиләләргә апрель айынан 5 мең һум өҫтәмә пособие түләү һәм башҡа мөһим саралар ҡарала.
Президент Рәсәй граждандарын дөйөм ҡурҡыныс алдында яуаплы булырға саҡырҙы. Әгәр дәүләт, йәмәғәт, граждандар берҙәм эш итһә, әгәр үҙебеҙҙең һәр беребеҙҙән торған нәмәне еренә еткереп эшләһәк, күрелгән саралар һис шикһеҙ һөҙөмтә бирәсәк, тине ул.