+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2020, 11:37

Тормош һәүетемсә китеп бара

Вирус беҙҙең тормошобоҙға үҙгәрештәр индерһә лә, тормош үҙ яйы менән дауам итә.

Башҡорт театр һәм эстрадаһы йондоҙо, күренекле актер Фидан Ғафаров Өфөнөң почетлы гражданы булды. Был турала уға баш ҡала мэрының ҡултамғаһы менән документ тапшырылды.
Башҡортостандың халыҡ артисы 55 йыл дауамында бер театрға тоғро хеҙмәт итә. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының йөҙөк ҡашы булған актер уның сәхнәһендә бихисап образдар тыуҙырыуға иреште. Күптәре - халыҡ тарафынан юғары баһаланған легендар ролдәр. Ниһайәт, актер Өфө ҡалаһының юғары наградаһын лайыҡ, тип табылды. Фидан Ғафаровҡа тиклем ошондай уҡ исемгә Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Нурия Ирсаева эйә булғайны.
Театрҙан билдәләүҙәренсә, Фидан Ғафаровҡа Өфө ҡалаһының почетлы гражданы тигән исемде рәсми тапшырыу һуңғараҡҡа ҡалдырылған.
Фото "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: