0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2020, 12:51

Тауыш биреү көнө күсерелә

Президент Владимир Путин Конституцияға үҙгәрештәр буйынса тауыш биреү көнөн икенсе ваҡытҡа күсереү хаҡында белдерҙе.

Президент Владимир Путин Конституцияға үҙгәрештәр буйынса тауыш биреү көнөн икенсе ваҡытҡа күсереү хаҡында белдерҙе.
Дәүләт башлығы ил граждандарына мөрәжәғәтендә белдереүенсә, тауыш биреү көнө билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелә. Был короновирустың йылдам таралыу ҡурҡынысына бәйле:”Төбәктәрҙәге хәл-торошто баһалағандан һуң ғына, профессионалдарҙың, медицина эксперттарының фекеренә таянып, илдең төп документына үҙгәрештәр индереү өсөн тауыш биреү датаһын аныҡ билдәләрбеҙ»,- тине Президент.
"Ведомости" баҫмаһы хәбәр итеүенсә, Конституцияға үҙгәрештәр буйынса тауыш биреү – июнь айҙарында үтеүе мөмкин.
Билдәле булыуынса, аҙна башында ғына Башҡортостандың Үҙәк һайлау һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы үткәйне. Унда Илона Анатольевна, тауыш биреүҙәр көнөн күсереү ихтималлығын күҙаллап, беҙ төрлө үҙгәрештәргә лә әҙер, тип белдерҙе.
Фото "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: