Башҡортостанда 18 марттан коронавирус буйынса юғары әҙерлек режимы индерелгәйне. Кисә был туралағы Указға үҙгәрештәр өҫтәлде. Документта нимә хаҡында һүҙ бара һуң?
Сит илдән ҡайтыусылар һәм улар менән йәшәүселәр 14 көнлөк изоляцияға китергә тейеш. Был 65 йәштән өлкән эшләмәүсе кешеләргә лә ҡағыла.
Өҫтәмә белем биреү ойошмалары, 23 марттан 1 апрелгә тиклемге мәктәп каникулы осоронда үҙ эшмәкәрлеген туҡтатып, 2 апрелдән дистанцияла эшләүгә күсергә тейеш.
Төнгө клубтар (дискотекалар), кинотеатрҙар, театрҙар, секциялар, түңәрәктәр, спорт залдары, фитнес-үҙәктәр, бассейндар, күңел асыу һәм ял итеү урындарының эше туҡтатып торола.
Йәмәғәт туҡланыуы урындарында хеҙмәтләндереү залында бер юлы 50-нән күберәк кеше булырға тейеш түгел, бер-береһенән кәмендә 1,5 метр ара ҡалыуы мотлаҡ. Был ерҙәрҙә кальян тартыу тыйыла. Ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеүгә өҫтөнлөк бирергә. Хеҙмәтләндереүҙең дистанцияла булыуы (заказ буйынса өйгә килтертеү) яҡшыраҡ.
Республиканың Мәғариф министрлығына бушлай туҡланыу менән тәьмин ителеүсе уҡыусыларға дистанцияла уҡыу осоронда ла аҙыҡ-түлек йыйылмаһы биреүҙе ойошторорға ҡушыла.
Шәхси һаҡланыу саралары менән иң беренсе сиратта медик-инфекционистар тәьмин ителергә тейеш.
Указға өҫтәлгән үҙгәрештәр 26 марттан ғәмәлгә инә.