«Ул ныҡлап уйланылған документ булырға тейеш”, – тине республика етәксеһе. Өлкән йәштәгеләргә был аҙымдың мотлаҡ икәнен нисек төшөндөрөргә, уларға ни рәүешле ярҙам итергә, карантин боҙолған осраҡта ниндәй яуаплылыҡ саралары күрергә – бөтәһе лә күҙ уңында тотолорға тейешлеген билдәләне ул. “Сөнки коронавирус инфекцияһын йоҡтороу иң элек улар өсөн ҡурҡыныс”, – тине Радий Фәрит улы.