+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2020, 19:53

Һөнәре булған эшләр

Бөгөнгө шарттарҙа тышҡа мәжбүри сыҡҡандарға дөйөм транспортта, сауҙа үҙәктәрендә, саҡырылмаған ҡунаҡ - короновирустан һаҡланыу юлдарының береһе - битлек һәм ҡулда бирсәткәләр йөрөтөү, ти белгестәр.

Бөгөнгө шарттарҙа тышҡа мәжбүри сыҡҡандарға дөйөм транспортта, сауҙа үҙәктәрендә, саҡырылмаған ҡунаҡ - короновирустан һаҡланыу юлдарының береһе - битлек һәм ҡулда бирсәткәләр йөрөтөү, ти белгестәр.
Ләкин ни ғәләмәт, дарыуханаларҙа ул тәү сиратта юҡҡа сыҡты һәм уны етештереүҙе республикала билдәле предприятиелар башланы. Шуға ҡарамаҫтан, киң даирә кешеләр был битлектәрҙе ҡайҙа һатып алырға белмәй.
Ә бына Өфө ҡалаһында йәшәүсе Гүзәл Айытҡоловаға үҙенең тәүге һөнәрен - тегенсе булып эшләгән сағын - хәтергә төшөрөргә тура килгән. Ишембай ҡалаһының 2-се башҡорт гимназия-интернатында белем алғанда, юғары класс ҡыҙҙары өҫтәлмә рәүештә эшсе һөнәре үҙләштерә. Улар барыһы ла тегенсе булып сыға. Профессиональ училищенан килеп ҡыҙҙарҙан имтихан алалар, танытма бирәләр.
Ошо һөнәр юҡ-юҡта Гүзәлгә гел ярҙамға килә. Ул туғандарының һорауы буйынса ҡорғандар ҙа тегеп бирә, өҫ кейемен йүнәтә, балаларына ваҡ-төйәк тегеп кейҙерә.
Ошо көндәрҙә уға битлектәр тегеп биреүҙе һорап мөрәжәғәт итәләр. Яҡындары өсөн тегә башлаған заказдар бермә-бер артып китә.
- Ательеларҙа, туҡыма һатҡан сауҙа нөктәләрендә тауарҙар бөтә башланы. Ахыры ҡулы белгән тегенселәрҙең барыһы ла бөгөн ошо эш менән мәшғүл, – ти Гүзәл.
Әле йәш ҡатын матурлыҡ салонында эшләүсе туғанынан заказ алған. Шулай уҡ һораусылар көндән-көн күбәйә бара: "Кешеләрҙең дарыуханаларҙа битлек булмауына зарланғанын ишетеп тегә башлаған әйберҙәр шулай иғтияж менән файҙаланыр, тип уйламаным да”, – ти ул.
Был иһә һөнәрле кеше ҡайҙа ла юғалып ҡалмаҫ, тигәнгә ишара.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: