+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2020, 12:15

Өфө табиптары – Дәүләкәндә

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Башҡорт ләүләт медицина университеты белгестәре Дәүләкән районына юлланды, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Башҡорт ләүләт медицина университеты белгестәре Дәүләкән районына юлланды, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Республиканың баш балалар кардилогы Виктор Малиевский, балалар эндокринологы Марина Климентьева, табип-неврологтар Карина Шарапова һәм Айнур Псянчин районда йәшәгән бәләкәстәргә консультация ярҙамы күрһәтеү өсөн килә.
Белгестәрҙә иҫәптә торған бар ауырыуҙар ҙа алдан иҫкәртелгән, ауыл ерендә йәшәгәндәргә айырыуса иғтибар бүленгән. Йөрәккә УЗИ, ЭКГ, ЭЭГ кеүек тикшереүҙәр, анализдар яһалған.
Табиптар 82 баланы ҡарап, кәңәш биреп өлгөргән. Ҡайһы бер бәләкәстәргә артабан тикшерелеү йә дауаланыу өсөн республика дауаханаларына йүнәлтмә бирелгән.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: