Республикала Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерлек раҫланған график буйынса бара. Коронавирус һалыуына бәйле карантин оҙайтылған осраҡта иһә, байрам саралары планына үҙгәрештәр индерелеүе ихтимал. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәте президиумы ултырышында билдәләп үтелде.
Өфөлә уҙасаҡ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған тантаналар программаһына түбәндәге саралар ингән:
7 май — Совет майҙанында «Еңеү вальсы» флешмобы («РиоРита – Еңеү шатлығы» Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә);
8 май – сәнғәт оҫталарының байрам концерты;
9 май — Еңеү паркында сәскәләр һалыу тантанаһы, хәрби техника ҡатнашлығындағы хәрби парад, «Үлемһеҙ полк» акцияһы, кесе авиация ҡатнашлығында театрлаштырылған тамаша, асыҡ һауала концерт һәм Өфө амфитеатрында салют.