+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2020, 12:20

Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә – маҡсатлы ярҙам

Башҡортостан аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам күрһәтеү программаһына инде. 2020 йылда Рәсәйҙең 21 төбәгенә был маҡсатта 7 миллиард һум аҡса бүленәсәк.

Башҡортостан аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам күрһәтеү программаһына инде. 2020 йылда Рәсәйҙең 21 төбәгенә был маҡсатта 7 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Республикала быйыл 426,7 миллион һум аҡса тотоноу ҡаралған. Уның 88 проценты – федераль, 12 проценты урындағы бюджеттан бүленәсәк. Алдағы өс йылда был маҡсатта 1,28 миллиард һум аҡса тотоноу ҡаралған.
Ярҙам алыу өсөн аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү органдары менән өс айҙан алып бер йылға тиклем социаль контракт төҙөргә кәрәк. Дәүләт ярҙамы ғаиләгә ауыр хәлде еңергә һәм килемен күтәрергә булышлыҡ итәсәк. Бының өсөн социаль адаптация программаһы булдырыла. Маҡсатлы ярҙам көндәлек ашап-эсеүгә тәғәйенләнмәй, ул шәхси өҫтәмә хужалыҡты үҫтереү, үҙ эшеңде асыу, эшкә урынлашыу, һөнәр алыу, дауаланыу өсөн биреләсәк.
Ғаиләләргә ярҙам “Демография” милли проекты сиктәрендә атҡарыла. 2024 йылға килеме йәшәү минимумынан кәм булған граждандарҙың яртыһының тормошо яҡшы яҡҡа үҙгәрер, тип көтөлә.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: