Быйыл үтергә тейешле йәйге олимпиаданы коронавирус һалыуына бәйле 2021 йылға күсереү тураһында белдерҙе Япония. Был ҡарар илдең премьер-министры Синдзо Абэ һәм Халыҡ-ара олимпиада комитеты президенты Томас Бах менән һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә ҡабул ителгән.
Ошо хаҡта алдан Халыҡ-ара олимпиада комитетына АҠШ һәм Германия мөрәжәғәт иткәйне инде. Ә Канада, Австралия һәм Норвегия йәйге олимпиада уйындарына спортсыларын ебәреүҙән баш тартыуҙары тураһында белдерҙе.
Олимпиаданы бер йылға кисектереү Японияға 5,8 млрд долларға төшәсәк.