+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2020, 20:20

Ташҡын йылдағынан иртәрәк көтөлә

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, марттың һуңғы көндәрендә Башҡортостанға йылы атмосфера фронты килеп етә. Өфөлө көндөҙ температура 10 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Апрель башында йылылыҡ 20 градусҡа етеүе ихтимал.

Һауа торошоноң үҙгәреүе ҡарҙың ҡапыл иреүенә һәм йылғаларҙың күтәрелеүенә килтерәсәк. Яҙғы ташҡын быйыл бер-ике аҙнаға иртәрәк башланыуы ихтимал, тип фараз итә белгестәр.
Әле ҙур йылғаларҙа һыу кимәленең бер аҙ күтәрелеүе теркәлгән. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, Ағиҙел йылғаһы Стәрлетамаҡ янында – 1 сантиметрға, Өфө эргәһендә – 3 сантиметрға, артҡан, Ҡариҙел йылғаһы Шакша биҫтәһе янында 16 сантметрға артҡан.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: