Кисә ил етәксеһе Владимир Путин Мәскәүҙең Коммунарка ҡасабаһында урынлашҡан махсус медицина үҙәгендә булды. Был һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында коронавирус һалыуы йоҡторған ауырыуҙар дауалана.
Президент үҙәк табиптарын маҡтаны, дауахана “сәғәт шикелле” көйлө эшләй, тигән баһа бирҙе, тип хәбәр итә киң мәғлүмәт саралары.
Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының баш табибы Денис Проценко, Рәсәйҙә коронавирустың таралыуы ике сценарий буйынса барыуы ихтимал, тип белдергән Владимир Путинға әңгәмә барышында. “Италия тибы” булһа, ул тиҙ таралып китәсәк, ә “азия тибы”, киреһенсә, ҡыҫҡа арала баҫылыуы менән билдәле. Һуңғы осраҡта апрель-май айҙарына һалыу юҡҡа сығасаҡ. Шулай ҙа “италия тибы”на әҙер булыу маҡсатҡа ярашлы, тигән фекерҙә табип.
Донъяла 387 меңдән ашыу кеше сир йоҡторған, шуларҙың 16 767-һе үлгән, 102 мең ауырыу һауыҡҡан. Рәсәйҙә инфекция йоҡторғандар һаны – 495, 93 мең кеше даими табиптар күҙәтеүе аҫтында.