-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2020, 11:25

Конституцияға индереләсәк үҙгәрештәр ябай кешеләр күҙлегенән

Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәгенең мәғлүмәттәре буйынса, ил граждандары төп документ - Конституцияға индереләсәк ҡайһы бер үҙгәрештәргә битараф түгел.

Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәгенең мәғлүмәттәре буйынса, ил граждандары төп документ - Конституцияға индереләсәк ҡайһы бер үҙгәрештәргә битараф түгел.
Кешеләр айырыуса медицина өлкәһендәге өҫтәлмәләрҙе мөһим тип иҫәпләй. Был иһә һаулыҡ һаҡлау сифатына һәм хеҙмәтләндереү өлкәһенә ҡағыла. Шулай уҡ дәүләт сәйәсәте өсөн балаларҙың өҫтөнлөклө булыуы һәм уларға социаль ярҙам тураһындағы үҙгәрештәр менән дә килешә. Граждандар илдең тәбиғи төрлөлөгөн һаҡлау, адреслы социаль ярҙамға, социаль түләүҙәргә гарантия биргән, пенсия аксаһын йылда индексациялау өлөшө менән риза булыуҙарын билдәләй. Шулай уҡ дәүләттең фәнни-технологик үҫешкә ярҙам итеү йөкләмәһен, хеҙмәтсәндәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау һәм бәләкәй эш хаҡын йәшәү минимумынан да кәметмәҫкә тигән бүлектәрҙе лә яҡлап сығыш яһаусылар күп. Тауыш биреүселәр муниципаль һәм дәүләт чиновниктарының матди байлыҡтарын сит илдәрҙә һаҡлауға һәм уларҙың ике гражданлыҡ алыуына сикләү ҡуйыу менән ризалаша.
Әлбиттә, ғаилә институтын һаҡлау конституцион кимәлдә алып барылырға тейеш, тигәнгә респондентаттарҙың 80 проценты тауыш биргән.
Фото”Башинформ” мәғлүмәт үҙәгенән алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: