+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2020, 14:43

Иң үтемле тауар

Дарыуханаларҙа медицина битлектәренә ҡытлыҡ тыуғас, республикала байтаҡ ойошмалар бөгөн бик кәрәкле ошо әйберҙе тегеүгә күсте – халыҡты коронавирустан һаҡлауға улар шул рәүешле үҙ өлөшөн индерә.

Дарыуханаларҙа медицина битлектәренә ҡытлыҡ тыуғас, республикала байтаҡ ойошмалар бөгөн бик кәрәкле ошо әйберҙе тегеүгә күсте – халыҡты коронавирустан һаҡлауға улар шул рәүешле үҙ өлөшөн индерә.
Мәҫәлән, “Ишембай трикотажы” йәмғиәте көнөнә 7 мең битлек етештерә. Ихтыяж булһа, был һанды 15 меңгә еткерергә әҙерҙәр.
Ишембайҙар сығарған битлекте күп тапҡыр файҙаланырға була. Уны ике ҡатлы итеп, йомшаҡ трикотаждан тегәләр, шуға күрә тын алыуы ла еңел. Күп сәнәғәт ойошмалары ҡара төҫлөһөн хуп күрә.
Төп заказсылар – Ишембай һәм күрше ҡалалар ойошмалары. Бөгөн был бик үтемле тауарҙы Мәскәү өлкәһенә, Ҡабарҙы-Балҡарға һәм илдең башҡа төбәктәренә лә оҙаталар.
Бер битлектең хаҡы – 30 һум. Уны ике-өс сәғәт кейгәндән һуң, йыуып, ҡайнатып, киптереп, ҡайнар үтек менән үтекләгәндән һуң яңынан файҙаланырға була.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: