+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2020, 10:50

Хаж сәфәренә юл ябылмаҫмы?

Март башында Сәғүд Ғәрәбстаны властары үмрәгә – кесе хажға (ҙур хаждан айырмалы рәүештә, уны йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында ҡылырға мөмкин) килгән диндарҙар өсөн ваҡытлыса сикләүҙәр индерҙе.

Март башында Сәғүд Ғәрәбстаны властары үмрәгә – кесе хажға (ҙур хаждан айырмалы рәүештә, уны йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында ҡылырға мөмкин) килгән диндарҙар өсөн ваҡытлыса сикләүҙәр индерҙе.
Әлегә оло хаж ғәмәлен ҡылыуға бер нидәй ҙә тыйыуҙар юҡ, тип белдерә “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығына Рәсәй мөфтиәҙәре Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Рушан Әббәсов. Сәғүд Ғәрәбстаны коронавирусҡа ҡаршы тейешле саралар күрер, тип ышанам, ти рухани.
Быйыл ҙур хаж 29 июлдә башлана. Башҡортостандан йыл һайын 900-гә яҡын кеше унда ҡатнаша.
Хаж Ислам нигеҙҙәренең береһе булып тора. Һәр хаҡ мосолман бәлиғ булғас, матди хәленә ҡарап, ғүмерендә бер тапҡыр Мәккәгә һәм Мәҙинәгә хаж ҡылырға тейеш.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: