+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2020, 12:20

БДАУ “АгроНТИ” Бөтә Рәсәй конкурсына әҙерләнә

Башҡорт дәүләт аграр университетында мөһим сараға әҙерлек башланған. Бында тиҙҙән “АгроНТИ – 2020” Бөтә Рәсәй конкурсы үтәсәк.

Башҡорт дәүләт аграр университетында мөһим сараға әҙерлек башланған. Бында тиҙҙән “АгроНТИ – 2020” Бөтә Рәсәй конкурсы үтәсәк.
“АгроНТИ” – ауыл хужалығы өлкәһендә милли технологиялар инициативаһы инновацион проекттарының эксперименталь майҙансығы ул. Унда ауыл мәктәптәренеәң 5 – 10 кластарында белем алған уҡыусылар ҡатнаша. Был сара республикала “Мәғариф” һәм “Фән” милли проекттарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк.
20 мартта уҡыу йортонда ошо сараға арналған семинар-кәңәшмә үтте. Унда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР Ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов, БР Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, БДАУ ректоры Илдар Ғәбитов һәм муниципаль райондарҙың хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары ҡатнашты.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР Ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов сығышында ауыл хужалығы белгестәргә ҡытлыҡ кисереүен, был тармаҡта юғары технологияларҙы яҡшы аңлаған, артабан да белемен камиллаштырырға әҙер йәш белгестәр бик кәрәк булыуын билдәләп үтте.
БР Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һәләтле балаларға ярҙам итеү һәм мәктәптәрҙә һөнәр һайлау буйынса алып барылған эштәр хаҡында һөйләне.
БДАУ ректоры Илдар Ғәбитов сығышында уҡыу йорто тарафынан ойошторолған “Агрокластар” проекты хаҡында хәбәр итте. Бында биология уҡытыусылары белемен камиллаштыра. Шулай уҡ вуздың республикалағы ҡайһы бер мәктәптәр менән тығыҙ эшләүен әйтеп китте.
“АгроНТИ – 2020” Бөтә Рәсәй конкурсы “Агрокоптерҙар”, “Агророботтар”, “Агрокосмос”, “Агрометео”, “Агробио” тигән йүнәлештәр буйынса үткәреләсәк.

Фото БДАУ рәсми сайтынан алынды.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: