+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2020, 10:45

Бөйөк Еңеүҙең 75-йыллығы айҡанлы түләүҙәр

Рәсәй Президенты Владимир Путин 7 февралдә Бөйөк Еңеүҙең 75-йыллығы айҡанлы һуғыш ветерандарына – 75 мең һум, тыл хеҙмәткәрҙәренә 50 мең һум бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр тураһында Указға ҡул ҡуйғайны. Ошо маҡсатта бюджетҡа 71 млрд һум сығымдар статьяһы һалынған.

Ошондай уҡ социаль сара Башҡортостанда ла ҡаралған. Республика бюджетында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр өсөн 187 миллион һум йүнәлтеү планлаштырыла. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға, ветерандарға, инвалидтарға, шулай уҡ элекке концлагерь тотҡондарына — 25 мең һум, тыл эшсәндәренә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың тол ҡатындарына бер тапҡыр 5 мең һум түләнергә тейеш.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: