+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2020, 12:42

Ауырыуҙар дүртәү булып китте

Республикабыҙҙа коронавирус менән сирләүселәр дүртәү булып китте. Был турала үҙенең социаль селтәрендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров хәбәр итә.

Республикабыҙҙа коронавирус менән сирләүселәр һаны дүртәү булып китте. Был турала үҙенең социаль селтәрендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров хәбәр итә.
Дүртенсе ауырыу – сит ил сәфәренән ҡайтҡан Өфө районы кешеһе. Ҡайтыу менән ул карантинға китә. Икенсе тест-тикшереүе ыңғай һөҙөмтә биргәс, уны 24 мартта Өфөнөң 4-се инфекция дауаханаһына махсус боксҡа һалалар. Ауырыу менән аралашҡан кешеләрҙән алынған анализ уларҙа коронавирус булмауын күрһәтә.
Коронавирус хаҡындағы бөтә мәғлүмәт рәсми сайттарҙа бирелә бара. Шулай уҡ көн дә көндөҙгө сәғәт икелә был турала Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы брифинг үткәрә, уны интернет аша ҡарарға була.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: