+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2020, 11:30

Владимир Путин Бжанияны ҡотланы

#ВладимирПутин Аслан Бжанияның Абхазия Республикаһы Президенты вазифаһына һайланыуы менән ҡотлап, Рәсәй Президенты Владимир Путин телеграмма ебәрҙе, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.

#ВладимирПутин
Аслан Бжанияның Абхазия Республикаһы Президенты вазифаһына һайланыуы менән ҡотлап, Рәсәй Президенты Владимир Путин телеграмма ебәрҙе, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.
Һайлау йәкшәмбе көнө үтте. Унда өс кандидат ҡатнашты: оппозиция лидеры Аслан Бжания, элекке эске эштәр министры Леонид Дзапшба һәм элекке иҡтисад министры Адгур Ардзинба. Бжания, һайлаусыларҙың 56,5 процент тауышын йыйып, юғары вазифаға үтте. РФ Сит ил эштәре министрлығы белдереүенсә, һайлауҙар барышында закон боҙоуҙар теркәлмәгән.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: