+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2020, 13:21

Вирус беҙгә лә еткән

Республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторған тәүге өс кеше асыҡланған. Был турала үҙенең социаль селтәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҙа.

Республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторған тәүге өс кеше асыҡланған. Был турала үҙенең социаль селтәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҙа.
Уларҙың икәүһе сит илдән ҡайтҡан, бер Өфө кешеһе даими рәүештә Мәскәүгә йөрөп эшләгән. Өсөһө лә изоляцияланған һәм кем менән аралашыуҙары ентекләп асыҡлана.

Радий Фәрит улы халыҡты һаҡланыу сараларын күҙәтергә саҡыра һәм тағы ла бер тапҡыр шуны иҫкә төшөрә: сит илдән ҡайтыусылар карантинға китергә бурыслы, уны боҙоусыларға законға ярашлы сара күреләсәк.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: