“Республикала бөгөнгө көнгә коронавирус булыу-булмауына 2084 анализ тикшерелгән. Шик тыуған саҡта анализ икешәр тапҡыр алына, 470 анализ икенсегә алынып ҡаралған”, – тип белдерҙе коронавирус мәсьәләһенә арналған брифингта Башҡортостан Республикаһы Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак.