Беренсе көндә яңы эш башлаған, юғары технологиялар өлкәһендә проекттарҙы тормошҡа ашырған эшҡыуарҙар өсөн тренингтар үтәсәк. Семинарҙарҙа IT-бизнес өлкәһендә глобаль тенденциялар һәм халыҡ-ара ғәмәлдәрҙе тикшерәсәктәр. 25 мартта иһә ойоштороусылар технологик стартаптар конкурсы үткәреүҙе ниәтләгән. Бында информацион технологияларҙы төрлө өлкәләрҙә ҡулланыуҙың иң яҡшы проекттарын билдәләйәсәктәр. Еңеүсе идеяһын тормошҡа ашырыу өсөн 300 мең һум аҡса аласаҡ.