+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2020, 14:15

Дөйөм тауыш биреүҙәр көнө әлегә үҙ көсөндә ҡала

Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында 22 апрелдә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреүҙәр көнөнә арналған матбуғат конференцияһы үтте.

Коронавирус буйынса хәүеһеҙлек сараларына бәйле, конференция ярты сәғәт эсендә үҙ эшен тамамланы. Шул арауыҡта республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко хәбәрселәрҙең һорауҙарына яуап биреп өлгөрҙө.
22 апрель Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәрҙе хуплау буйынса дөйөм тауыш биреүҙәр көнөндә 3 меңдән ашыу участка асыласаҡ, уларҙың 39 - ваҡытлыса. Һайлаусылар исемлеге 3 миллион 47 мең кеше иҫәпләнә. Тауыш биреүҙәрҙә технологик ҡоролмалар файҙаланыласаҡ.
Күмәк кеше киләсәк участкаларҙа коронавирусҡа бәйле хәүефһеҙлек саралары күҙәтеләсәк. Барлыҡ урындар ҙа дезинфекция саралары менән тәьмин ителәсәк, комиссия ағзалары маскаларҙа эшләй һәм һайлау урындарында күмәк кешенең йыйылмауын күҙәтәсәк.
Әгәр ҙә вирусҡа бәйле дөйөм хәл киҫкенләшә икән, тауыш биреүҙәр көнөн үҙгәртеүҙәре, шулай уҡ уның ваҡытын бер нисә көнгә оҙайтыуҙары ла ихтимал. Һәр хәлдә Үҙәк һайлау комиссияһы ваҡиғаларҙың төрлөсә үҙгәреүенә әҙер, тине Илона Макаренко.
Фото”Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: