0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2020, 11:47

Дөйөм Рәсәй тауыш биреүҙәр көнө

Ил Конституцияһына үҙгәрештәр буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреүҙәр 2020 йылдың 22 апреленә билдәләнгән.

Ил Конституцияһына үҙгәрештәр буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреүҙәр 2020 йылдың 22 апреленә билдәләнгән.
Ғинуарҙа үҙенең Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә Президент Владимир Путин Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итте.
Үҙгәрештәр илдең федераль ҡоролошо, президенты, Федераль Йыйылышы, хөкүмәте, суд властары, прокуратураһы һәм урындағы үҙидаралыҡ органдарына ҡағыла. Конституцияға үҙгәрештәр тураһындағы Рәсәй Федерацияһы Законы Дәүләт Думаһында, Федерация Советында һәм Рәсәй төбәктәренең өстән ике өлөшөнөң хуплауын үтте лә инде. Президенттың тәҡдиме буйынса үҙгәрештәр дөйөм Рәсәй тауыш биреүенә сығарыла.
Бөгөн ошо турала “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында республика үҙәк һайлау комиссияһының матбуғат конференцияһы көтөлә.
Фото "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: