Үткән аҙнала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған «Айыҡ ауыл» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Республика Йортонда уҙҙы. Беренсе урынды һәм 500 мең һумлыҡ премияны Ейәнсура районының 1010 кеше йәшәгән Башҡорт Үргене ауылы алды.