Башҡортостан, Мәскәү һәм Нижегород өлкәләре 2020 йылда Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу өсөн иң яҡшы проекттар конкурсы сиктәрендә бүленгән грант күләме буйынса алда бара. Уңайлы ҡала мөхите булдырыу проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостанға – 319,5 миллион һум, Мәскәү өлкәһенә – 314 миллион һум, Нижегород өлкәһенә 295 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Конкурс сиктәрендә ҡалаларҙа яңы балалар майҙансыҡтары, яр буйҙары һәм йәмәғәт урындары барлыҡҡа киләсәк. Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи ауылдарҙы төҙөкләндереү конкурсы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә үтә.